Данлыҡлы башҡорт балы.
Дәминев Вадим, Ейәнсура районы Яңыбай урта дөйөм
белем биреү мәктәбенең 6-сы классы уҡыусыһы
Етәксеһе:Ҡотошова Л.И.
Башҡорт балы…Был исем бар донъяға таныш. Тик кешеләр, ғәҙәттә, өҫтәлдә ултырған балдың тәмен һәм уның ҡайҙан икәнен генә белә. Өҫтәлгә килеп ултыр-ғансы бал күпме һәм ниндәй юл үтә икән? Балдың ниндәй төрҙәре бар? Кәрәҙле бал ябай балдан нисек айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләнем, аңла-тырға тырыштым. Башҡорт балының донъя кимәлендә тотҡан урыны тураһында күп нәмәләр белдем.
Теманың актуаллеге: Апитерапия- бал ҡорто ағыуы һәм умартасылыҡ продукт-тары ярҙамында дауалау- халҡыбыҙҙа борондан килгән ысул. Сипайлово биҫтә- һендә апитерапия үҙәге төҙөлдө. Был минең Башҡортостанымдың символы булған бал ҡортона, умартасылыҡҡа ҡарата оло ихтирам һәм иғтибарҙы күрһәтә. Әле кибеттәрҙә башҡорт балы матур һауыттарҙа, төрлө сорттарҙа һатыла. Ә яҡын килә-сәктә ул һәр илдең баҙарын тултырыр, тип ышанам, сөнки был өлкәлә үҙ эшен белгән, маҡсатлы шәхестәр эшләй. Халҡыбыҙҙың ҡортсолоҡ кәсебе борондан килгән һәм бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ! Башҡорт балы бар донъяны яулаясаҡ!
Эҙләнеү эшемдең маҡсаты:
1. Ҡортсолоҡ тураһында ныҡлы өйрәнеп, үҫкәс ата –бабалар кәсебен дауам итеү;
2. Был өлкәлә үҙ асыштарымды эшләү, үҙ эшемде асыу,башҡаларҙы ла йәлеп итеү.
Эҙләнеү предметы: башҡорт балы
Эҙләнеү методтары: Гәзит-журнал материалдарын өйрәнеү,атайымдан һорашыу, умарталыҡта эшләү,Интернеттан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе эҙләү,өйрәнеү.
Һығымталар: — башҡорт балының тарихын, төрҙәрен, ҡулланылышын, файҙаһын яҡшыраҡ белдем,һығымталар яһаным;
— был өлкәлә ҡыҙыҡһыныуым арта төштө.
— киләсәктә ,һис шикһеҙ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәсәкмен.
Маҡсатыма ярашлы ошо тема өҫтөндә ныҡлап эҙләнәм, өйрәнәм,эшләйәсәкмен.
Эшләнәһе эштәрем алда әле…
Был теманы өйрәнеү өсөн мин күп эҙләндем, гәзит- журналдар уҡыным, атайымдан һораштым. Атайым ҡорт ҡарағанда бәләкәйҙән уның янында булыуым да файҙалы булды.
Маҡсатыма ярашлы өйрәнәһе, эшләйһе эштәрем алда әле…
Маҡсатым:
1. Ҡортсолоҡ тураһында ныҡлы өйрәнеп, үҫкәс ата –бабалар кәсебен дауам итеү;
2. Был өлкәлә үҙ асыштарымды эшләү, үҙ эшемде асыу.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға эҙләнеү эшемдең йөкмәткеһе-экранда Башҡорт халҡы борондан ҡортсолоҡ шөғөлө менән дан тотҡан.Нисәмә быуаттар буйы нисек кенә үҙгәрһә лә ата –бабаларыбыҙ ҡортсолоҡ кәсебен юғалтмаған «Ҡортсолоҡ кәсебендә башҡорттарға тиңләшеүсе халыҡ юҡтыр,» — тип яҙып ҡалдырғандар.Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донья һынауҙары аша үтеп был кәсепте һаҡлай, хата беҙҙең быуынға еткерә алғандар.
Балдың файҙаһын тәүтормош кешеләре үк белгән . Улар ҡорт ояһын табып нектарын тәмләп ҡарағас, балды йыя башлағандар,балдың файҙаһын һиҙгәс, дауалауҙа ҡуллана башлағандар.
Египетта балды аҙыҡты консервалауҙа ҡулланғандар. Бигерәктә алыҫ походта,косметикала, ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланғандар.
Һиндостанда балды йылан ағыуына ҡаршы ҡулланғандар.
Грецияла ла балды яҡшы белгәндәр һәм киң ҡулланғандар. Александр Македонский үлгәс, уның тәне боҙолмаһын өсөн, балға һалып(йәйҙең эҫе көндәрендә) Александрия ҡалаһына алып барғандар(2500км).
Ҡытайҙа ла балды дарыу итеп ҡулланғандар:эске органдарҙы дауалаған-дар,температураны төшөргәндәр,хәлһеҙ кешеләрҙе дауалағандар.Балды күп ҡулланған кешеләр йәшәргән һәм оҙаҡ йәшәгән.
Япондар балды тәбиғи продукттың короле тип атағандар.Улар ҙа балды дауалауҙа киң ҡулланғандар.
Япониялағы Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом һөжүменән һуң,
япон ғалимдары халҡына бал ашарға тәҡдим иткәндәр. Япониялағы һәр уҡыусы хөкүмәт тарафынан көн һайын бер ҡалаҡ бал ашай.Японияла егәрле бөжәккә- ҡортҡа һәйкәл ҡуйылған. Ундай һәйкәл Польшала ла бар.
Боронғо Римдә гладиаторҙар үлемесле көрәшкә сығыр алдынан бал ашағандар. Ул хәҙер ҙә космонавтарҙың һәм спортсмендарҙың рационына инә. Балда В1,В2 ,В3, В6,С, К, Е, А витаминдары бар. Кешегә В һәм С витаминдары етешмәһә,төрлө ауырыуҙар килеп сыға: йөрәк һәм ҡан тамыры,нерва системалары.Шулай уҡ хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, йөрәк ауыртыуы булырға мөмкин.
Йүкә балы- иң сифатлы бал тип һанала, аҡһыл һарғылт төҫтә була. Ул бик файҙалы.
Балалар аҙығында балдың әһәмиәте бик ҙур.
Беҙҙең эраға тиклем 900 йыл элек гректар һәм германдар балаларҙы ашатыу өсөн балды, һөттө, иретелгән майҙы ҡушып ашатҡандар, яңы тыуған баланың ауыҙына бер нисә тамсы бал тамыҙғандар. Балды ҡулланыу кальций һәм магнийҙы үҙләштерергә ярҙам иткән, баланың һөйәген нығытҡан.
Боронғо Египетта балды мәктәптәрҙә биргәндәр һәм бал ашаған уҡыусылар физик һәм аҡыл яғынан үҫешкән, талантлы булғандар.
Кәрәҙ — ул балға тәбиғәт тарафынан бирелгән һауыт. Һауыты менән ҡуша балды ашап була.Балауыҙҙы оҙаҡ итеп сәйнәргә кәрәк,айырыуса ҡара икмәк менән ашау файҙалы. Кәрәҙле бал туңмай, йылдар буйы яҡшы һаҡлана. Ул бал таҙа, уны хатта ҡайнаған һыу менән ҡатыштырып күҙгә тамыҙырға була.
Башҡорт балы донъя кимәлендә лә ҙур урын биләй.
Башҡорт балы- күп һанлы йәрминкәләр һәм күргәҙмәләр еңеүсеһе.
Беренсе тапҡыр башҡорт балы 1900 йылда Францияла Бөтә Донъя Париж йәрминкәһендә алтын миҙал менән бүләкләнә.
— 1961 йылда Эрфурт ҡалаһында ( Германия) – алтын миҙал;
— 1965 йылда Бухарест ҡалаһында( Румыния) XX Халыҡ- ара Апимондия конгресында көмөш миҙал;
— 1971 йылда Мәскәү ҡалаһында XXIII Халыҡ-ара Апимондия конгресында алтын миҙал;
-2002 йылда Берлинда « Йәшел аҙна» күргәҙмәһендә юғары награда;
-2001-2004 йылда Санкт-Петербургта «Рәсәй фермеры» -« Агрогусь»
күргәҙмә-йәрминкәһендә юғары награда яулай.
-2009 йылда Башҡортостандың Ете мөғжизәһенең береһе булды.
Беҙҙең ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 10-15 июлдә ҡорттоң балын ҡыуа башлайбыҙ, сөнки ул ваҡытта
йүкә сәскә ата. Беҙҙең Яңыбайҙа балдың ике төрө була: йүкә балы тәмлерәк, ә сәскә балы файҙалыраҡ. Йәйҙең бер айын көндөҙ умарталар янында йөрөп үткәрәм . Атайым эшкә киткәндә, мин айырағн ҡортто тотоп тәгәскә бикләйем дә һалҡын урынға ултыртам. Ярты көндәй һалҡында ултырған күсте икенсе умартаға ултыртырға ярай. Бал ҡыуып алғас,ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ.
Ҡар иреп бөткәс, ҡорттарҙы сығарып осорабыҙ. Миңә ҡорт ҡарау бик оҡшай, үҫкәс мин күп итеп ҡорт тотасаҡмын. Ул кәсеп менән минең ҡартайҙарым да,уларҙың атайҙары ла шөғөлләнгән. Хәҙер мин атайымдан умартасылыҡ серҙәрен өйрәнәм.Минең алты шәхси умартам бар. Был шөғөл -өҫтәлмә аҡса эшләп, ғаиләбеҙҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа отошло кәсеп. Мин дә был һөнәрҙе өҫтәлмә шөғөл итеп аласаҡмын.
Шулай итеп, мин ҡорттарҙың, балдың файҙаһын өйрәндем, белгән- өйрәнгәндәремде эҙләнеү эше итеп башҡарҙым. Был кәсеп нәҫелебеҙҙән килә, минең дә ҡыҙыҡһыныуым ҙур, киләсәктә лә дауам итеүселәр булыр, тип ышандырам. Теләгем: был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр күберәк булһын ине!
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Яңылыҡтар
Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ
5 март 2022, 11:17
Практик умартасылар, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт учреждениелары вәкилдәре «Башҡорт бал ҡорто: проблемалар һәм перспективалар» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дә башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән уҙғарылды.
«Түңәрәк өҫтәл«дә бик күп һорауҙар ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт (бөрйән) бал ҡортоноң биологик, экологик, иҡтисади популяцияһына бәйле мәсьәләләр буйынса белгестәрҙе йыйҙы. Эксперттар булараҡ Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Бәйтуллин, Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекция етәксеһе Салауат Нафиҡов, БДУ ғалимы, биология фәндәре докторы Рәшит Фәрхетдинов, «Алтын солоҡ» ойошмаһы директоры Марат Хәсәнов, «Башҡортостан умартасылары» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәйҙең Умартасылар союзы идаралығы ағзаһы Иван Вавилов, Иглин районы умартасылары йәмғиәте идаралығы рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Фекер алышыуҙы асып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов мәсьәләнең символик, милли-мәҙәни яғын айырып билдәләне, был Башҡорт мәҙәниәте һәм милли мираҫ йылында йәмәғәт ойошмаһы өсөн өҫтөнлөклө булып тора.
«Башҡорт халҡының милли мираҫын һаҡлау сиктәрендә беҙҙең символдарҙы һәм брендтарҙы үҫтереү күҙ уңында тотола — был бурыс Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһында билдәләнгән. Башҡорт (бөрйән) бал ҡорто — ул беҙҙең символ, мәҙәни кодыбыҙҙың бер өлөшө — башҡорт тоҡомло ат кеүек үк, селекция һөҙөмтәһе. Шуның өсөн дә бөрйән бал ҡортон һаҡлау йәмғиәтте борсоған киң резонанслы мәсьәлә булып тора,» — тип билдәләне Юлдаш Йосопов.
Ысынлап та, бөрйән бал ҡорто популяция ғына түгел. Һәр халыҡ уны уратып алған ландшафтҡа үҙ көсөн һала, уны үҙ мәҙәниәтенең өлөшө итә. Башҡорт аты – эпоста, тарихыбыҙҙа башҡорт яугиренең айырылмаҫ хәрби юлдашы булараҡ данланған ҡиммәтебеҙ, тарихи селекция һөҙөмтәһе, халыҡ мәҙәниәте һәйкәле, мәҫәлән, «Урал батыр» кеүек үк.
«Бөрйән бал ҡорто ла тарихи селекция һөҙөмтәһе булып тора. Башҡортостандың иң билдәле тауар брендтарының береһе — башҡорт балы — тап ошо уникаль популяция менән бәйле. Бөрйән бал ҡорто — башҡорттарҙың мәҙәни мираҫының мөһим символы һәм айырылғыһыҙ өлөшө, милли ҡиммәтебеҙ. Һәм, башҡа халыҡтар һымаҡ уҡ, беҙ ҙә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты юғалтмаҫҡа, ә һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн мәсьәләнең бар перспективаларын һәм хәүефле яҡтарын төрлө яҡлап өйрәнеп, конструктив рәүештә, хис-тойғоға бирелмәйенсә, килеп тыуған хәл хаҡында белгестәр, эксперттар, йәмәғәтселек менән бергә фекер алышыу кәрәк. Был башҡорттар ҡоролтайының бурысы булып тора,» — тине Юлдаш Йосопов.
Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме буйынса, Башҡортостанда Башҡорт аты көнө үткәрелә башлаясаҡ. Ул йыл да июлдең өсөнсө шәмбеһендә билдәләнәсәк: «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ. Тейешле указға республика Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылдың 24 майында ҡул ҡуйҙы. Фестиваль төбәгебеҙҙә йылҡысылыҡты, ҡымыҙ эшләүҙе, халыҡ һөнәрҙәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт атын популярлаштырыу маҡсатын күҙ уңында тота.
«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашҡан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Башҡорт бал ҡорто көнөн дә булдырырға тәҡдим итте. Ул республика умартасылары өсөн сағыу байрам ғына түгел, был тармаҡтағы дөйөм проблемаларҙы хәл итеү юлдарын күрһәтер тәжрибә майҙансығы ла буласаҡ.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы милли брендтарыбыҙҙы һаҡлау буйынса эҙмә-эҙлекле, системалы ҙур эш алып бара, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. – Быға тиклем беҙ республика Башлығына Башҡорт теле көнөн булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иттек, унан – Башҡорт аты көнөнә бәйле. Хәҙер сират – башҡорт балына. Был көн байрам ғына булмаясаҡ, ә фекерҙәштәрҙе бер майҙанға йыйып, тармаҡҡа дәүләт ярҙамы, фәнни йәһәттән булышлыҡҡа бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтәсәк. Мәҫәлән, Башҡорт теле көнөнә беҙ ныҡлы әҙерләнәбеҙ, проблемаларҙы асыҡлайбыҙ, уларҙы хәл итеү өсөн махсус программалар, финанслау кәрәклеген аңлайбыҙ – дөйөм алғанда, системалы эш алып барыла. Бөгөнгө фекер алышыу һөҙөмтәһе буйынса, Башҡорт бал ҡорто көнөн булдырыу тәҡдименең дә республика етәкселеге тарафынан хупланыуын теләйбеҙ. Әгәр календарҙа ошондай көн барлыҡҡа килһә, ҙур саралар уҙғарыу, шул уҡ ваҡытта ниндәй проблемаларҙың дәүләт, ҡануниәт булышлығы талап иткәнен белеү мөмкинлеге тыуыр ине.
Минең коллегам, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының элекке етәксеһе Әмир Ишемғолов үҙ ваҡытында Апитерапия үҙәге булдырҙы, умартасылыҡты һаҡлау, үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барҙы, депутат булараҡ, башҡорт бал ҡорто яҡлау маҡсатында закон проекттары индерҙе. Хәстәрлек, һаҡсыл ҡараш бик мөһим. Өҫтәүенә популяцияны күбәйтергә кәрәк. Был, әлбиттә, дәүләт ярҙамы талап итә. Шуның өсөн дә бөгөн эксперттарҙы йыйып, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышырға ниәтләнек, проблемаларҙы яйға һалыуға системалы, конструктив ҡарау мөһим,» – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Ревнер Бәйтуллин әйтеүенсә, проблемаға дәүләт кимәлендә системалы ҡараш кәрәк.
Беҙҙең тоҡом элек-электән шундай — ҡыҫҡа ғына йәйге осорҙа ҡышты үткәрерлек бал йыйыу көсөнә эйә, — тине ул. — Рәсәйҙән ситтә беҙҙең балды барыһы ла башҡорт балы тип белә. Минеңсә, ҡорттарыбыҙҙы һаҡлау — ул тәү сиратта тоҡомсолоҡ предприятиелары булдырыу, ауыл хужалығы программаларын үҫтереү, башҡорт бал ҡортон үрсетеүҙә төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ ветеринарҙар булышлығын хәстәрләү мөһим.Әйткәндәй, республикала 10 төбәктең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә ҡара төҫтәге урман бал ҡортоноң (башҡорт солоҡ ҡорто) абориген популяцияһын тергеҙеү өсөн ойошторолған «Алтын Солоҡ» программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проект республика, Рәсәй һәм сит ил умартасылары араһында популярлыҡ яуланы. Проектты тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк «Апимондия-2022» сараһы алдынан айырыуса көнүҙәк, был республикаға урта рус тоҡомло бал ҡорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын өйрәнеү буйынса үҙ ғилми базаһын тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Уларҙың сифаты фәнни тикшеренеүҙәр һәм махсус лаборатория сертификаттары менән раҫланасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәйҙең умартасылар берекмәләре Башҡортостанда «Алтын Солоҡ» проекты нигеҙендә ҡара төҫтәге урман бал ҡорто менән селекция-генетика эше буйынса төбәк-ара үҙәк булдырыу теләген белдерҙе. Башҡортостанда бындай үҙәк булдырыу өсөн матди һәм фәнни база бар. Бынан тыш, Башҡортостанда сәнәғәт умартасылығын һәм халыҡ-ара аккредитацялы балды сертификациялау үҙәген ойоштороу зарурлығы килеп тыуа. Тап республикала умартасылыҡ продукттарын анализлау лабораторияларының булмауы, анализдарға хаҡтарҙың юғары булыуы ла етештереүселәр өсөн проблема булып тора.Әммә бының өсөн халыҡ-ара инвесторҙарҙы йәлеп итергә кәрәк — уларҙың башҡорт балын федераль түгел, ә халыҡ-ара әһәмиәттәге брендҡа әйләндереү ресурстары һәм мөмкинлеге бар.Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ башҡорт бал ҡорттарының бөгөнгө торошо мәсьәләләрен тикшерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына башҡорт бал ҡортона төп ҡурҡыныс умартасыларҙың шәхси хужалыҡтарынан янай, сөнки бәғзеләре бал ҡортоноң сәнәғәт тоҡомдарына (карника, карпатка) һәм күсмә умарталыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Был популяцияның генетик ҡушылыуына, бал ҡорттарының үлеүенә килтерә.Иглин районы Умартасылар йәмғиәте идараһы рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов республика биләмәһен традицион умартасылыҡ зонаһына (башҡорт бал ҡорто) районлаштырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты:
«Бер ваҡыт төрлө урындарҙан беҙҙең районға күсмә умартасылар рөхсәтһеҙ килә һәм төрлө тоҡомло бал ҡорттарын тарата башланы. Был проблема менән нисектер көрәшеү һәм традицион бал ҡортон, башҡорт балын һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ 2011 йылда Иглин районында умартасылыҡ йәмғиәте ойошторҙоҡ. Һуңынан умартасылар менән эшләй башланыҡ — улар өсөн семинарҙар ойошторҙоҡ, белем бирҙек, умартасылыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлаштыҡ. Бөгөнгө көндә беҙҙең районда 500-гә яҡын умарталыҡ, ә ойошмала 100-ҙән ашыу умартасы иҫәпләнә. Беҙҙәге кеүек үк күп райондарға шундай уҡ ойошма булдырыуҙа ҙур ярҙам күрһәттек. Шуны әйткем килә: һәр умартасының үҙ клиенты бар. Иглин районы балы Свердловск, Ырымбур өлкәләренә, Санкт-Петербургка оҙатыла. Беҙ тәбиғи башҡорт балын етештерәбеҙ һәм беҙҙә башҡорт бал ҡорттары ғына йәшәй. Башҡа бал ҡорттарын бер осраҡта ла индермәйбеҙ,» — тине тәжрибәле умартасы.
Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ башҡорт бал ҡорто селекцияһын һәм бал ҡорто пакеттарын етештереүҙе субсидиялау, йүкә урмандарын һаҡлау проблемаһын, башҡорт бал ҡорто таралып ултырған урын картаһын эшләү, сифат, ғилми тикшеренеүҙәр, балды һатыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Белгестәр умартасылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһын камиллаштырырға кәрәклеген билдәләй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙағы пестицидтар мөһим проблема булып тора. Был — тармаҡ өсөн ҙур хәүеф, йыл һайын умартасылар меңдәрсә бал ҡорттарының үлеме менән осраша. Шуға күрә контролдә тотоусы органдар яғынан был йүнәлештәге эште көсәйтергә һәм баҫыуҙарҙа химик препараттарҙы файҙаланыу өсөн регламент индерергә кәрәк. Белгестәр, бөгөнгө сара — башҡорт бал ҡортон үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа оло юлдың башы, тигәни фекерҙә туҡталды. Республика дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм умартасыларҙың үҙ-ара системалы һәм конструктив эш итеүе генә түңәрәк өҫтәлдә яңғыраған бөтә проблемаларҙы хәл итеүгә килтерә ала.
БАШҠОРТ БАЛ БАЛЫ (ҺИТӘ БАЛЫ)
Бал башҡорттарҙың милли аш-һыуында айырым урын алып торған. Уны ҡамыр аҙыҡтарына (сәксәк, бауырһаҡ, баллы ҡоймаҡ), һөт ризыҡтарына (баллы май, баллы ҡыҙыл эремсек) ҡушҡандар, шулай уҡ консервант сифатында (баллы еләктәр) файҙаланғандар, төрлө эсемлектәр – баллы сәй бешергәндәр, асы бал (бал балы, һитә балы) ҡойғандар.
Асы бал (бал балы, һитә балы) – традицион башҡорт эсемлеге. Ул хужалығында солоҡ (умарта) тотҡан, күп бал алған башҡорттар араһында айырыуса киң таралған булған.
Етештереү һәм ҡулланыу мәҙәниәте
«Шүлгәнташ» тәбиғәт ҡурсаулығы директорының умартасылыҡ һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ғәлин Радик Рауил улы бына нимә ти:
«Бал әсетеүҙең 40-лап ысулы бар. Кемдер уны ҡайната, кемдер әсетә. Ҡайһы ваҡыт уны иген һалып ҡоялар, улай тиҙерәк килеп сыға – ни бары ике аҙнала өлгөрөп етә. Әммә мин уны һитә балы түгел, ябай әсе бал тип иҫәпләйем. Ысын башҡорт балы кәрәҙле һәм һитәле балдан ҡойола, был уға үҙенә генә хас тәм һәм төҫ бирә. Нимә һәм күпме ҡушыуҙы һәр кем үҙе хәл итә.
Мин 10 литр һыуға сама менән 3–4 килограмм бал һалам, әсеткегә һитә ҡушам һәм һауытты йылыға, мәҫәлән, йылылығы 35 градус булған мейес башына ҡуям. 20–30 көндән бал әҙер! Шулай әҙерләгәндә эсемлек «тере» була, балдың файҙалы сифаттарын һаҡлай. Уның ҡиммәте шунда».
Асыҡлыҡ индереү кәрәк. Башҡорттарға эскелек, көслө спиртлы эсемлектәр ҡулланыу хас булмаған. Эскелекте йәмәғәтселек, аҡһаҡалдар, дин вәкилдәре һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ тип һанаған. 1913 йылда үткәрелгән Өфө губернияһындағы ауыл халҡы араһында алкоголизмдың таралыу-таралмауын тикшереүҙең күрһәтеүенсә, мосолман, шул иҫәптән башҡорт ауылдарында, эскелек бөтөнләй булмаған.
Башҡорт йәмғиәтендә араҡы һәр ваҡыт ауырыуҙар һәм үлем сәбәбе тип һаналған. Хатта бер яҡтан эскелекте хурлаған («Араҡы аш булмаҫ, бауырға таш булыр», « Араҡы һүҙҙе оҙайта, ғүмерҙе ҡыҫҡарта», «Эскән кеше аҡылын юя», «Араҡы эскән әжәле етмәй үлер », «Эсеү аҡса таптыра, ғәзиз башты олаҡтыра»), икенсе яҡтан традицион эсемлектәрҙе маҡтаған («Бал – хәләл, араҡы – хәрәм», «Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар») мәҡәл һәм әйтемдәр ҙә бар.
XVIII быуаттың күренекле рус сәйәхәтсеһе, Волга, Урал буйҙарын, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң төньяғын өйрәнеүсе Иван Иванович Лепехин башҡорттарҙа ҡунаҡ булыуҙы бына нисек тасуирлай:
«Был эсемлек менән таныш булмағандарҙың тиҙ үк быуынына төшә, үҙ аҡылдарында булһалар ҙа, урындарынан тора алмайҙар, ә башҡорттар үҙҙәре уны күп эсә, әммә уларға эсемлек улай тәьҫир итмәй. Ҡунаҡ булыусылар бал балы һәм ҡымыҙ йоғонтоһонда ҡыйыуланып китә, үҙҙәрен иркенерәк тота, йырларға, музыка ҡоралдарында (һыбыҙғы, ҡурай, ҡумыҙ) уйнарға, бейергә тотона. Хайуан, ҡош тауыштарын шул тиклем оҫта сығара улар, ысын ҡоштан айырыуы ла ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ҡунаҡтан һуң да башҡорттар араһында бер ниндәй низағ-фәлән ишетмәҫһең».
Бал балы байрам тантаналарында
Бал балы күп йолаларҙа, бигерәк тә башҡорт туйҙарында, әүәҫ ҡулланылған. Мәҫәлән, кейәү егете яғынан ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башлап барыһын да бал менән һыйлағандар. Ҡыҙҙың ауылындағы ир-егеттәр ҡымыҙ, икмәк, ит, бал алып ҡунаҡты ауыл ситенә сығып ҡаршы алғандар, туҡтатып, тәбиғәт ҡосағында һыйлағандар.
Ҡыҙмаса иткән эсемлек туҫтағына тәңкә һалыу йолаһы килен хөрмәтенә үткәрелгән һәм «килен аяғы эсеү» тип йөрөтөлгән. Туҫтаҡты бер-береһенә тапшырып сиратлап эскәндәр, иҫтәлекле тәңкә балды эсеп бөтөргән кешегә эләккән. Бының өсөн ул киленгә бүләк бирергә тейеш булған.
С. М. Бәҙретдиновтың «Фольклор-поэтик мираҫ сығанағы булараҡ башҡорт туй йолалары» мәҡәләһендә яҙыуынса:
«Башҡорт туйы, халыҡ көкүрешенең комплекслы сағылышы булараҡ, үҙ эсенә төрлө йөкмәткеле һәм формалы тамашаларҙы һәм йолаларҙы ала, улар араһына «көрәгә асыу» ҙа (бал ҡойолған тәпән) инә».
Башҡорт әкиәттәренә күҙ һалһаҡ, туй ете көн һәм ете төн дауам иткән, һый мул булған, унда күп халыҡ ҡатнашҡан.
«Ялыҡ бей, Ҡармасан менән Сәрмәсән» дастанында туй былай тасуирлана:
Ҡара Абыз риза булды
Ҡыҙ бирергә,
Халҡы шунан эй тотондо
Мәж килергә.
Әкиәт тиһәң, әкиәт түгел,
Туй башланды,
Ете көн һәм ете төн ул
Тоташ барҙы.
Түрҙә булды был абызың,
Абыз – ҡоҙа,
Йырсылары йыр башланы
Һуҙа-һуҙа.
Көрәгәләр килә торҙо
Буҙа менән,
Туҫтаҡтарҙы уртаҡ эстек
Ҡоҙа менән.
Буҙалары бөтөүенә,
Ҡоҙаларым,
Тәпән-тәпән бал эсереп,
Ыҙаланы.
Унан килде һаба-һаба
Ҡымыҙҙары.
Уңған икән ҡымыҙ бешкән,
Һай, ҡыҙҙары!
Йырлап биргәс, эсмәйенсә
Сараң юҡтыр,
Бөтәһе лә хәләл ризыҡ,
Харам юҡтыр.
Буҙаһы ла, бал, ҡымыҙы
Бер ҡорһаҡта
Урын тапты, көнө-төнө
Ултырһаҡ та;
Уйын-көлкө, бейеү, көрәш,
Бәйге, ярыш
Барған өсөн һый һәм хөрмәт
Менән ярыш…
Бал балы, бөгөнгө заманда етештереү
Һуңғы осорҙа милли эсемлектәр менән ҡыҙыҡһыныу көсәйә, сөнки улар тәмле, һыуһынды ҡандыра, аш һеңдереү ағзаларына ыңғай тәьҫир итә, бөгөнгө көндә киң таралған сәләмәт тормош концепцияһына ла тап килә.
Аҙ ҡеүәтле заводтарҙа киң ҡабул ителгән эсемлектәр – кеүәҫ, бал балы, сбитень һ. б. әсетеү иҫәбенә ассортиментты киңәйтергә мөмкин.
Башҡортостанда милли эсемлекте етештереүсе ҙур предприятиеларҙың береһе – «Архангель ҡайнатмалары». Ул алкоголһеҙ бал балы сығара һәм төбәк, федераль ваҡлап һатыу селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, илдең башҡа төбәктәрендә сауҙа нөктәләре асырға ниәтләй.
Радий Хәбировтың 2021 йылда үткәргән «Инвестиция сәғәтендә» предприятиела етештереүҙе киңәйтеүҙе республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерергә ҡарар ителде.
Компанияны ойоштороусы Азамат Ғәлин бына нимә һөйләй:
«Иҫертмәй торған бал балы тарихы бик боронғо һәм, бөгөнгө тел менән әйткәндә, ысын мәғәнәһендә триллерға оҡшаш. Бал балы тураһында тәүге тапҡыр XV быуат документтарында иҫкә алына. Ул саҡта Рәсәйҙә дауалау менән им-том итеүселәр шөғөлләнгән. Улар башлыса үләндәр һәм бал менән дауалаған. Иҫертмәй торған бал, ул саҡтағы имселәр фекеренсә, «үлгәнде терелтер илаһи көскә эйә булған». Иван Грозныйҙың шәхси табибы Елисей Бомелий була. Конкуренттарынан ҡотолоу өсөн, һарайҙағы «лейб-медик» батшаны балдың илаһи көскә эйә булыуы мөмкин түгел тип, бағымсыларҙы һәм Алланы яманлаусыларҙы язалауға күндерә. Опричнина ҡылысы монах-дауалаусыларҙы аямай. Шулай итеп иҫертмәй торған балдың рецепты күп быуаттарға юғала. Эсемлек әҙерләү ысулы архив һәм йылъяҙма мәғлүмәттәре буйынса тергеҙелә.
XIX быуат башында Уралдағы ҙур завод хужаларының береһе Яков Твердышев була. Аҫҡын йылғаһы ярында (әле был урын Башҡортостандың Архангел районына ҡарай) ул баҡыр иретеү заводы, йорт һәм бал балы һаҡлағысы төҙөй. Твердышев башҡорт йүкә балын айырыуса үҙ итә, унан ҡойолған бал уғата яҡшы була. Ул бал ҡойғанда тотонған шишмә һыуын беҙ ҙә файҙаланабыҙ. Яков Твердышевтың эсемлекте әҙерләү ысулын шул осор яҙмалары буйынса тергеҙҙек».
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Аркадьева Т. Г., Федотова Н. С., Чуриков С. А. Архаизмы, историзмы: актуализация устаревшей лексики в современной социокультурной и языковой ситуации//Журнал «Гуманитарные, социально-экономические и общественные науки», 2016.
2. Бадретдинов С. М. Башкирские свадебные обряды как источник фольклорно-поэтического наследия//Журнал «Вестник Башкирского университета», 2007.
3. Лепехин И. И. Продолжение дневных записок путешествия академика и медицины доктора Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. – СПб. : Императорская Академия наук, 1802.
4. Мигранова Э. В. Алкоголь в системе ценностей башкир //Журнал Самарский научный вестник, 2020.
5. Шпилко А. Г., Хныкин А. М., Гернет М. В. Технология производства пива и кваса на заводах малой мощности//Журнал «Пиво и напитки», 2007.
6. Бортевое пчеловодство башкир Бурзянского района Республики Башкортостан. Электронный реестр объектов нематериального культурного наследия народов Республики Башкортостан.
©
Шахов С. В., автор-төҙөүсе, 2021
Фото: depositphotos.com, Станислав Шаховтыҡы, Азамат Ғәлин архивынан.
Эссе.
Мин — башҡорт.
Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең барса тамырҙарым –
Башҡорт ерендә.
Ғ. Шәкүр.
Тел… Милләт… Был ике һүҙгә күпме ҙур мәғәнә һалынған. Тел аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул тыумыштан үлемгә тиклем кешегә бирелә торған ҡорал. “Фил күтәрмәгәнде тел күтәрә” – ти халыҡ. Ысынлап та, тел көсөн үлсәрлек әйбер юҡ. Һәр бер кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Милләтте – милләт, халыҡты – халыҡ иткән нәмә – ул туған тел. Әсә теле тиҙ генә сисә һалып ташлай торған кейем түгел. Ул кешенең бөтә тәненә тамыр йәйә. Тик әсә теле генә, туған тел генә баланың һәр бер уйын, уның аңын, хистәрен һәм күңел хәрәкәтен бөтә көсө менән сағылдыра.
Тел – милләттең йөҙө. Үҙ телен белмәгән кеше – илһеҙ кеше ул. Телде һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырырға кәрәк. Тел – халыҡтың иң ҡәҙерле байлығы. Шишмәләрҙе тамыры менән күсереп булмағандай, бер телде лә бер ҡасан да башҡа урындан килтереп, яңынан терелтеп булмаясаҡ.
Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телендә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә.
Башҡорт теле! Ниндәй моңло ла, яғымлы ла. Уны семәр биҙәккә оҡшатырға була. Ул, әйтерһең дә, төпһөҙ ҡойо, эсе тулы аҡыл, фәһем.
Башҡорт теле дәресенең төп маҡсаты булып башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәтеп, уның үткәненә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
Туған тел аша балалар туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын һеңдерә. Башҡорт халҡы һүҙ сәнғәтенә ҙур әһәмиәт биргән. Ул балаларҙа изгелек, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, батырлыҡ, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә ҙур көскә эйә. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе йыр-моңға ғашиҡ балаларҙың йөҙҙәрендә әҙәплелек, нәфислек, яғымлыҡ сағылып тора. Бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш” – тигән. Киләсәк быуынды тәрбиәләрлек беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Мәҫәлән, туған тел дәрестәрендә башҡорт халыҡ шағирҙарының хикәйәләрен уҡып, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәнлегенә ышанаһың.
Шағирҙарҙың тормош юлы, үткәне менән китаптан уҡып ҡына түгел, уларҙың яҡты иҫтәлегенә арнап булдырылған йорт-музейҙарын да барып күрергә тырышабыҙ.
2009 йылдың 30 май көнөндә башланғыс синыф уҡыусылары менән райондашыбыҙ, халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейына барҙыҡ. Был сәйәхәт балаларға бик оҡшаны, уларға ғына түгел хатта үҙебеҙ өсөн дә бик фәһемле булды. Беҙҙең бәхеткә күрә, тап ошо көндө Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа килгән Мәжит Ғафуриҙың бүләре – Мирсәит Хәлит улы музейҙа ине. 11 йәшлек Мирсәит менән бергәләп фотоға төшөштөк. Мәжит Ғафуриҙың шәжәрәһе, йорто менән танышып, музей хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтеп, халыҡ шағирының илһам шишмәһенә, йәғни, ял паркына юлландыҡ.
Шул сәйәхәттән балалар онотолмаҫ тьәҫораттар алып ҡайтты. Был экскурсия балаларҙы тәрбиәләүҙә йоғонтоло роль уйнаны, уларҙың күңелен тағы ла нурландырҙы, рухи аҙыҡ бирҙе.
Беҙҙең республикабыҙ – күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.
Мин үҙемде бәхетле тим. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен. Үҙен башҡортмон тип һынаған кешегә ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән был фани донъяла? Ә үҙҙәре башҡорт булып та, сит-ят ерҙәрҙә ғүмер кисергән кешеләр бәхетлеме һуң? Сит ерҙә йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған, башҡорттоң сифаттарын һаҡлап ҡалған кеше, һис шикһеҙ, башҡорт исеменә лайыҡлы. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә йәшәп тә, үҙен сит милләт кешеһе итеп күрһәтергә теләп, икенсе телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?
Мин – башҡорт. Был һүҙҙәрһе мин ғәзиз еремдә, үҙ илемдә, милләтем араһында, туған телемдә һөйләшеп, аралашып йәшәйем. Йөрәгемдән урғылып сығып шатлыҡ-ҡыуаныс менән әйтелгән “Мин – БАШҠОРТ” тигән һүҙҙәрем урман — тауҙарҙы яңғыратһын, ҡоштарҙың моңло тауышы, наҙлы иҫкән елдәр тирә-яҡҡа таратһын, үҙенең башҡортлоғон танымай, милләтен үҙгәртеп йөрөгәндәрҙең йөрәген әрнетһен, уйланырға мәжбүр итһен.
Милләттең яҙмышы өсөн беҙ, бигерәк тә бөгөнгө йәштәр яуаплы. Уның киләсәге, йәшәүе, үҫеүе беҙҙең ҡулдарҙа.
Сығышымды “Теләктәрем” исемле шиғыр менән тамамлайым.
Теләктәрем.
Һандуғастан сыйырсыҡтар тыумай,
Сирендә лә үҫмәй алмалар,
Үҙем башҡорт булғас, башҡорт булмай,
Кем булырға тейеш балалар?
“Әсәй” тиеп теле асылһын да
Саф башҡортса “атай” тип әйтһен.
“Мамуля” ла, “папуля” ла түгел,
Үҙ телендә миңә өндәшһен.
Теләй икән японса ла белһен,
Русса ла, әйҙә һөйләшһен.
Тик атаһы – атай булып ҡалһын,
Әсәй тиеп әйтһен әсәһен.
Бөтән телдәрҙе лә хөрмәт итһен,
Тик үҙ телен мәңге үҙ итһен.
Үҙ телен дә йүнләп белмәй икән
Ниндәй халыҡ уны үҙ итһен?
Урал батырҙың ҡаны аға
Башҡорт балаһының тәнендә.
Ғорурланып улар һөйләшһендәр
Ата-бабалары телендә.
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт балы (башҡ. башҡорт балы башҡорт балы) — Башҡортостанда етештерелгән бал.
«Башҡорт балы» атамаһы һаҡланыусы сауҙа маркаһы булып тора. 2005 йылдан «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында үҙ продукцияһын «Башҡорт балы» тип исемләргә хоҡуғы булған берҙән-бер учреждение булып тора. 2005 йылда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге «Башҡорт балы» һүҙбәйләнешен Башҡортостанда етештерелгән бал аҙығы тауарҙарын маркировкалау өсөн патентлай. Шулай уҡ тауарҙың сығышы атамаһын билдәләүҙең хоҡуғына 2017 йылда бал етештереүсе эре «Башҡорт умартасылыҡтары (Башкирские пасеки)» компанияһы менән аффилирланған бары тик «Башҡорт балы (Башкирский мед)» (НМПТ) ойошмаһы , йәғни «Башҡорт балы (Башкирский мед)» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эйә була.[1] 2018 йылда ЯСЙ «Ревайзен» тарафынан «Башҡорт балы (Башмед)» сауҙа маркаһы теркәлә.
Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балдың ҡиммәтлеге диастаз һаны менән билдәләнә — был берәмек күләме эсендәге ферменттың һаны. Был һан ни тиклем юғары булһа, бал шул тиклем затлы, ҡиммәтле. РФ-тың көньяҡ райондарында бал диастазы— 5-8, алтай балының — 18, башҡорт балының — 22-50 берәмек. Ә ферменттарҙың һаны умарталарҙың ниндәй климатта тороуы, ниндәй үҫемлектәр сәскәләренән нектар табыуы, диңгеҙ кимәленән ниндәй бейеклектә тороуы һәм бал ҡорттарының популяция сифаты менән бәйле. Диастазы юғары булған башҡорт балында иң татлы булған фруктозаның күләме бик бейек, бындай составлы бал ҡомоҡмайынса шыйыҡ хәлдә бик оҙаҡ тора.
Солоҡсолоҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта.
Башҡортостан — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, солоҡ балы (ҡырағай урман балы) табыла торған Ер шарында берҙән-бер урын.
Солоҡсолоҡ, кәсеп булараҡ, боронғо Башҡортостан территорияһында бик күптән булған. Был турала 1500 йыл элек ерләнгән, Бөрө ҡәберлегендә 1902 йылда табылған солоҡсолоҡ кәрәк-яраҡтары һәм боронғо башҡорт кешеләренең Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарына төшөрөлгән һүрәттәре һөйләй.
Башҡорттарҙа солоҡсолоҡтоң ныҡлап үҫеше XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәй фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты П. И. Рычков, Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп, былай тип яҙа: «…бөтә ерҙә бал ҡорттары булған урман», башҡорттарҙың төп табышы «йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм солоҡсолок… Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар».
Петр Ивановичтың улы, Н. П. Рычков, 1769-1770 йылдарҙа Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан ятҡан вятка һәм пермь ерҙәренә сәйәхәт ҡыла, солоҡсолоҡ башҡорт сәнғәтенә һоҡланып, былай тип яҙа: «…башҡорт халҡынан тыш, бындай ҡортсолоҡ кәсебе менән оҫта шөғөлләнгән башҡа халыҡты табыуы ла мөмкин түгел ».
1914 йылда билдәле рәсәй географы В. П. Семенов Тян-Шанский мөхәррирлеге аҫтында баҫып сығарылған «Россия. Полное географическое описание нашего Отечества» юл китабында былай тип яҙылған:«Өфө губернаһында иң яҡшы бал биреүсе урман умартасылығы Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә, шулай уҡ бер ни тиклем Бөрө өйәҙендә һәм бик аҙ кимәлдә Бәләбәй өйәҙендә тупланған. Урындағы умартасылыҡ менән башлыса башҡорттар һәм бер аҙ урыҫ крәҫтиәндәре булыша; уларҙың тәүгеләренең хужалығында умарта баштары аҙ һанлы булһа, икенселәрендә шаҡтай ҙур күләмдә (умарта баштары 1000-гә тиклем етә). Бөтә губернала ялан умартасылығы киң таралған. Өфө губернаһынан Ҡаҙан һәм Мәскәү ҡалаларына 3-4 мең ботҡа тиклем [49,1 — 65,5 тонна] йүкә балы оҙатыла һәм был ҡалаларҙың иң ҙур бал йәрминкәләрендә һатыла.»
Солоҡсолоҡ Башҡортостанда күп быуаттар дауамында үҫешкән, солоҡ ағастарына ырыу тамғалары ҡуйылған һәм улар киләһе быуындарға мираҫ буйынса күскән. Умартасылыҡ өсөн кәрәк ҡорамалдар: кирәм — юкәнән ишелгән бау йәки күндән үрелгән ҡайыш бау, ул солоҡсоға ағаста киҫеп һалынған киртләстәргә аяҡтары менән баҫып, ағасты һәм үҙен ныҡлап уратып, ҡыҫып тотоп, солоҡ ағасына үрмәләп менергә ярҙам иткән бау; ләнге — ҡорт ояһын ҡарағанда баҫып тороу өсөн солоҡ аҫтына эләктереп-беркетеп ҡуя торған аҫлыҡ- баҫҡыс. Әлбиттә, башта буласаҡ солоҡ өсөн ҡыуышлы ағасты табалар, ағасҡа менер өсөн балта менән ағас тәнендә тәрән булмаған арҡыры киртләстәр һалалар, ҡыуышты ҙурайтып уялар, эсендәге сүп-сарҙан таҙарталар, 1-2 йыл дауамында елләтәләр, артабан ҡыуыш тишеген ҡалын таҡта менән ябалар, ағас бейеклеккә үҫмәһен өсөн, уның башын ҡырҡып осоралар. Артабан урмандағы ҡырағай ҡорттар был ағас тишегенә оялағас, йәйҙең июль айҙарында ҡорт ғаиләһенең хәлен тикшерәләр, балы булһа, уны киҫеп алалар. Солоҡсо төп ҡорамалдары ярҙамында солоҡ ағасы буйынса бик юғарыға, 4-5 ҡатлы йорт бейеклегендәге солоҡҡа үрмәләп менә, ләнгене ағасҡа беркетә. Шунан ләнгегә баҫып, үҙенең арҡаһында алып менгән йүкә бауҙы ағас ботағы аша бауландырып ергә төшөрә һәм, ағас төбөндә торған ярҙамсыһы ағас батманды (силәкте, күнәкте) бау менән нығытып бәйләгәс, батманды бау менән юғарыға, үҙе янына күтәрә. Бал ҡорттары ваҡытынан алда шаулап-ҡотороп китмәһен өсөн, бик ҙур һаҡлыҡ менән генә солоҡ тишеген балта, ҡасау һәм өтөргө менән аса. Артабан төтөнләткес менән ағас ҡыуышына төтөн өрҙөрөп, ҡорттарҙы ҡортсоно саҡмаҫлыҡ хәлгә килтерә (борондан урмандағы янғындан һаҡланыу өсөн бал ҡорттары төтөн еҫен һиҙеп ҡалһа, үҙҙәренең урттарына запас бал ҡаба, шунан ояһынан сыға, артабан инде уларҙың ҡаяуҙары ҡортсоно саға алмаҫлыҡ хәлгә инә). Ҡортсо бик һаҡ ҡына, сәбәләнмәйенсә генә ағас тишеген тикшерә, шунан һуң ғына солоҡтағы балды умартасының кәкере бысағы менән ҡырҡып ала һәм уны батманға тейәй. Батманы тулғас һәм ҡышҡылыҡҡа ҡорттарға ашарлыҡ бал ҡалдырғас, бауланған батманды ярҙамсыһына төшөрә. Артабан солоҡ тишеген тығыҙлап ябып ҡуя һәм ҡорттар кире солоҡ эсенә инһен өсөн солоҡтоң бәләкәй генә кейәһен асып ҡалдыра. Ҡайһы саҡ солоҡсолар бал ҡорттары өсөн ағас ҡыуышынан тыш, бейек ағастарға эсе соҡоп эшләнгән бүрәнә умарталарҙы күтәртәләр һәм, ботаҡтар өҫтөнә ныҡлап ултыртып, тартып бәйләп ҡуялар ҙа, солоҡтарҙы киләһе йылға тиклем тыныс ҡалдыралар.
Йыл һайын башҡорт халҡының борондан килгән солоҡсолоҡ кәсебенең үҙәге булған Бөрйән районындағы Шүлгәнташ ҡурсаулығында Солоҡ умартасылары көнө байрам ителә, унда бөтә Бaшҡортостан умартасылары йыйыла, сит илдәрҙән дә тәжрибә отоп алырға бик күп умартасылар килә, мәҫәлән, польша умартасылары. Улар үҙҙәрендә был кәсепте тергеҙеү менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә солоҡ умарталары Шүлгәнташ ҡурсаулығында һәм ҡайһы бер шәхси умартасыларҙың хужалығында бар, әммә күпселек умартасылыҡтар бал ҡорттарын заманса рамлы ағас умарталарҙа тоталар. Башҡорт ҡорто популяцияһы Башҡортостан Республикаһы закондары тарафынан һаҡлана.
Башҡорт бал ҡорто[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт балының үҙенсәлегенә үҙ өлөшөн бигерәк тә ҡырағай башҡорт (бөрйән) бал ҡорто индерә — был бал ҡортоноң популяцияһы Ла apis mellifera тип атала. Башҡорт бал ҡорто популяцияһы ҡышҡы һыуыҡҡа түҙемлелеге, европа серегенә, нозематозға һәм ағастарға яуғанбал токсикозына бирешмәүсәнлеге, шулай уҡ ҡыҫҡа ғына йәй ваҡытында (бигерәк тә йүкәнән бик аҙ арала) юғары күләмдә бал етештереүе менән башҡа ерҙәге ҡорттарҙанан айырылып тора. Башҡорт бал ҡорто умартасалыҡта билдәле булған урта рус ҡорттары тоҡомо популяцияларына ҡарағанда үҙенең уҫаллығы менән билдәле: уларҙы махсус костюм, битлек һәм төтәткестән башҡа ҡарап булмай. Башҡорт бал ҡорттары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары баһа ала[2]. Башҡорт бал ҡорттары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә юғары баһа ала.
Рәсәй зоологы һәм тәбиғәт фәндәре белгесе Г. А. Кожевников генетик яҡтан башҡорт бал ҡорто бик ҡиммәт тип яҙа.
Рәсәй зоологы һәм тәбиғәт фәндәре белгесе Г. А. Кожевников үҙ эштәрендә былай тип яҙа: «башҡорт бал ҡорто,генетика күҙлегенән ҡарағанда, бөйөк затлылыҡ, ҡиммәтлек».
Бал етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡорт ғаиләһенән тауар балы етештереү һаны умартасылыҡ ғилми асыштары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй[3] Башҡортостанда йыл һайын алған бал уртаса 5-6 мең тонна тәшкил итә. Башҡорт балы Звездный ҡалаһында космонавтарҙы йыһанға осоуға әҙерләү программаһында ҡулланыла, шулай уҡ йыһан орбиталь станцияһындағы космонавтарҙың көндәлек туҡланыу рационына инә. Башҡорт балына бер йырҙы «ДДТ төркөмө арнаған.
Башҡорт балын сит илдәргә һатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй төбәктәренән тыш, башҡорт балын һәм уның нигеҙендә етештерелгән продукцияны бик күп европа илдәренә, АҠШ, Япония, Яҡын Көнсығыш һәм БДБ илдәренә сығаралар. 2014 йылда Ҡытай менән Башҡортостан Республикаһы араһында Ҡытайҙы башҡорт балы менән тәьмин итеү тураһындағы 3 млрд. һумлыҡ контрактҡа ҡул ҡуйыла[4]. Һатыу күләме — 6000 тонна. 2014 йылдың авгусында Ҡытайҙың Гунцинчэн ҡалаһында беренселәрҙән булып Башҡортостандан бал һатыу буйынса магазин асыла.
Наградалары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт балы — бик күп тапҡырҙар аҙыҡ-түлек күргәҙмәләрендә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша һәм еңеп сыға.
- 1900 йыл — Парижда алтын миҙал
- 1961 йыл — Эрфуртта (Германия) алтын миҙал
- 1965 йылда — Бухарест ҡалаһында (Румыния) Апимондия XX халыҡ-ара конгресының көмөш миҙалы
- 1971 йыл — Мәскәүҙә XXIII халыҡ-ара Апимондия конгресында, «Умартасылыҡ-71» күргәҙмәһендә алтын миҙал
- 2001-2004 йылдарҙа — Санкт-Петербургта «Рәсәй фермеры»-«Агрорусь» күргәҙм-йәрминкәһендә иң юғары награда
- 2001-2014 йылдарҙа — Мәскәүҙә «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә юғары награда[5]
- 2002 йыл — Берлинда «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң юғары награда
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Башкирский мед» потерял монополию
- ↑ И. В. Шафиков Башкирская пчела — наша гордость 2017 йылдың 12 апрель көнөндә архивланған.(недоступная ссылка с 06-04-13 (3622
дней)) - ↑ Основные экономические показатели 2010 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Башкирия будет поставлять в Китай башкирский мед на сумму 3 млрд рублей
- ↑ Башкирский мёд — Статья Пожнефтехим в Астане
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- А. М. Ишемғолов, «Башҡортостан республикаһы тарихы һәм умартасылыҡтың хәҙерге торошо»
- Бал ҡорто һәм кеше. «Наука и жизнь» № 5 2005 г.
- «Выбор» гәзите, № 152-155 16.10.2015 була. Мәҡәлә «Башҡорт балы — илдә беренсе».
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Умартасылыҡ һәм апитерапия. БНИЦ
художник ситдикова картина башкорт балы инша
художник ситдикова картина башкорт балы инша
Инша а ситдикова башкорт балы скачать mp3 бесплатно. А ти просто кохай, концерт ІНША ВЕРСІЯ. После просмотра этого видео ты уже никогда не оставишь утренний намаз инша Аллах. В большинстве своем художник создает работы в жанре «историческая картина».. парками и тихими садами, и роскошные, шумные балы, и великосветские рауты,. Поэтому картины Владимира Первунинского можно назвать. Ситдикова Э. Р. К сожалению, часть источников не просмотрена de visu, а включена в. Алар — керәшеннәр арасында бала вакытларын һәм яшьлекләрен. . гос┐ подствующее положение, составили привилегированный класс Инша “ Башҡорт әҙәбиәтенең яҡты йондоҙо”. 13 окт 2015. Именно поэтому художники в России всегда больше, чем просто художники — они. Картины «Выздоравливающая девушка молится перед образом. Зичи живописал балы, театральные представления, парады,.
тести українська мова вашуленко дубовик
тест становление индустриального общества
у женщин месячные они срут в туалетах подглядывание
у чому виявляється пристосованість до життя на суходолі
таблица начало периода войны даты и военные действия итоги
татуировка спаси и сохрани на разных языках
хикэя коз турында в.булатов
телеграмм for nokia c7-00 скачать
таблица подсчета баллов по фп в армии
текст о медведе на английском
Комментарии
Беҙҙә умартасылыҡ ҡеүәттәре тулыһынса файҙаланыламы? Бал етештереү, уны эшкәртеү һәм медицинала ҡулланыу күпме эш урындары барлыҡҡа килтерер? Ни өсөн сит илдәр башҡорт балы менән ҡыҙыҡһына?
Башҡорт балы бөтә донъяға танылған
Асыҡ студия
2014-12-12T17:16:36+00:00
Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
Әмир Ишемғолов: «Уҙған аҙна уңышлы булды. Республикаға Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙыстан, Ҡытайҙан делегациялар килде, иҡтисади яҡтан файҙалы осрашыуҙар үтте. Умартасылыҡ ауыл хужалығын үҫтереү буйынса отошло тармаҡ, унда килемле булған яңы йүнәлештәр бар. Мәҫәлән, прополис, инә бал ҡорто һөтөн етештереү. Һуңғы өс-дүрт йылда Башҡортостанда бал ҡортоноң башы 30-40 процентҡа артты. Ҡайҙа барһаң да, беҙҙе “Башҡор балы” бренды аҫтында беләләр.
Беҙҙең ғилми үҙәктең төп эше – башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу. Умартасылыҡ – бал алыу ғына түгел, шул уҡ ваҡытта прополис нигеҙендә дарыуҙар етештереү ҙә. Япониянан килгән делегация беҙгә прополис, кәрәҙле бал һорап мөрәжәғәт итте. Ҡытай менән Башҡортостан араһында 3 миллиард һумға йәғни 10 мең тонна бал һатыуға килешеү төҙөлдө. Башҡорт балы республиканың ҙур ҡаҙанышы һәм киләсәге. Уңыштарыбыҙ алдағы көндәрҙә тағы ла күберәк буласаҡ».